Бер майҙанға төбәктә тыуып, Өфөлә йәшәүсе яҡташтар, район етәкселеге һәм билдәле вәкилдәре йыйылды. Ҡунаҡтар иғтибарына ҡул оҫталарының әйберҙәре, ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителде. Эшлекле түңәрәк өҫтәлдәрҙән һуң, сара күңелле концерт менән дауам итте.
Биҙәктәр күпме төрлө - шулай уҡ шәлдәр ҙә төрлө-төрлө. Тау, шыршы, йәтәс - әйберҙәрҙәге нағыштар тәбиғи күренештәрҙе хәтерләтә. Ейәнсура шәле, үҙҙәре атап йөрөткәнсә, шал - районды башҡа төбәктәргә танытып торған, брендына әүерелгән әйбер. Район оҫтабикәләре уйлап тапҡан ошо биҙәктәр, сифатлы дебете менән айырылып тора.
Хаҡына ҡарамай, осрашыуға килгән ҡатын-ҡыҙҙар шәлле булып ҡыуанды. Өфөләгеләр тыуған Ейәнсура продукцияһын да һағынған. Әлиә Ҡәҙербаҡованың һөт ризыҡтарынан һығылып торған өҫтәле һә тигәнсе бушаны.
Ә махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә өҫтәле трофей әйберҙәр байлығы менән һоҡландырҙы. Фронтты үткән шартлатҡыс, бронежилет, ярсыҡтар - тынһыҙ һуғыш шаһиттары төрлө йәштәгеләрҙе йәлеп итте. Ейәнсура районы ирекмәндәре лә яугирҙарға ярҙам итә: маскировка селтәрҙәре үрә, даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп тора.
Халыҡ берҙәмлеге ҡатмарлы ваҡытта таныла. Ейәнсуралар иһә борондан татыулығы, халыҡсан рухы, дәрте менән айырылып тора.
Ейәнсура - республиканың иң тотороҡло райондарының береһе. Йыл һайын төбәк ауыл хужалығында яңы еңеүҙәре менән ҡыуандыра.
Ейәнсура халҡы яҡташлыҡ рухы менән көслө. Йыл һайын майҙан тултырып осрашыуҙарға йыйылыуҙары ла ошо турала һөйләй.
Рәзилә Ғилметдинова