Ҡырмыҫҡалы ауылы мәктәбендә стоматология кабинеты асылды

Унда уҡыусылар һәм  уҡытыусылар өсөн тештәрҙе дауалау шарттары булдырылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, кескәй пациенттарҙы теш табибы Регина Ғүмәрова ҡабул итә. Ул тештәрҙе дауалауҙан тыш, ауыҙ ҡыуышлығын дөрөҫ тәрбиәләү тураһында иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрә. Башҡортостанда стоматология кабинеттары селтәрен булдырыу 2019  йылдан  тормошҡа ашырыла. Әле республика мәктәптәрендә лицензиялы   237 стоматология кабинеты эшләй.