Радий Хәбиров Яңы йылды билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға  мөмкин.  Байрам сараларын ойоштороу комитеты булдырылды. Декабрь аҙағында Республика шыршы байрамы уҙғарыла. Бында хәрбиҙәрҙең балалары, уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм ярыштар еңеүселәре, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр. инвалид һәм етем балалар ҡатнаша.  Улар  өсөн өс көнлөк ял ойошторола. Яңы йыл каникулында төрлө мәҙәни саралар көтөлә. Байрам майҙандарында тәртип һаҡсылары дежур итә,  ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ юғары әҙерлектә  була.