Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. - Яңы рекорд теркәлде. Сағыштырыу өсөн, 2023 йылда электричкалар 4 миллион 400 мең кешене хеҙмәтләндергән. "Рәсәй тимер юлдар" компанияһы менән составтарҙы яңыртабыҙ, заманса поездар алабыҙ. Пассажирҙар өсөн шарттарҙы яҡшыртыу йүнәлешендә эште дауам итәсәкбеҙ, - ти Радий Хәбиров.