Башҡортостан Төркмәнстанға 400 тоннанан ашыу бойҙай оно һатты

Был турала Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Тауар Ашхабад билдәләгән фитосанитар талаптарға яуап бирә. Быйыл Башҡортостан сит илдәргә 18 мең тоннанан ашыу он һәм ярма оҙатҡан. Был уҙған йылдың тәүге ун айы менән сағыштырғандан ике тапҡырға күберәк. Башҡортостан онон Әзербайжан, Әрмәнстан, Бельгия, Германия, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан алған.