Башҡортостанда төрөк көнбағышын үҫтерәләр

Әбйәлил районында Төркиәнән бер нисә яңы сорт сәселде. Уларҙың береһе рекорд уңыш биргән. Был орлоҡ артабан ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итәләр Республика ауыл хужалығы министрлығынан. Өфөлә Бизнес аҙналығында орлоҡсолоҡҡа айырыуса иғтибар булды. Вице-премьер-ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, майлы культураларҙан уңыш күләмен миллион тоннаға еткереү маҡсаты ҡуйыла. Быйыл  750 мең тонна  үҫтерелгән.  Уның 500 меңе  көнбағышҡа тура килә.