Өфөлә бер кеше 3 миллион 800 мең һумға алданған

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Нуғай ауылынан 56 йәшлек иргә социаль селтәрҙә ул элек эшләп киткән компанияла Федераль именлек хеҙмәте  йәнәһе лә тикшереү уҙғарыуы тураһында хәбәр килгән. Унан һуң шылтырыусы үҙен дәүләт ведомствоһы хеҙмәткәре итеп танытҡан. Ир исеменә аҡса алырға теләүҙәре, мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн кредит алып финансты хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергән.