Өфөлә яңы йыл уңайынан байрам саралары 18 декабрҙән старт ала

Ҡала хакимиәтендә уларҙы уҙғарыу буйынса кәңәшмә үтте. 20 декабрҙә балалар филармонияһында етем һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн шыршы  байрамы  ойошорола. 24-ендә  Ҡала мәҙәниәт һарайында  һәләтле  балаларҙы  ҡотлайҙар.  Өфөлә  Ҡыш Бабайҙың өс резиденцияһы булдырыла.  Төп резиденция  26 декабрҙә Ленин майҙанында  асыла.  Тағы икәүһе  Дим  районында  һәм  Затонда  эшләйәсәк.