Ауырғазы районында Рәсәй почтаһының модулле яңы бинаһы асылды

Ауырғазы районында ауыл бүлексәләрен модернизациялау программаһы сиктәрендә Рәсәй почтаһының модулле яңы бинаһы асылды. Уларҙы төҙөү 2022 йылдан ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.

Яңы почта элемтәһе бүлексәһенең беренсе клиенты Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов. Ул алғы һыҙыҡҡа яугирҙарға почта аша тәүгеләрҙән булып хат ебәрҙе.

Иҫке элемтә бүлексәһе элек ҡуртымға алынған күрше бинала урынлашҡан булған. Ә яңы бина күпкә уңайлы, ул электр ярҙамында йылытыла, һыу тәьминәте бар, кондиционер, хатта микротулҡынлы мейес, һыуытҡыс ҡуйылған, бәләкәй генә ял бүлмәһе лә ойошторолған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән клиенттарға ла уңайлыҡтар булдырылған. Бынан тыш, дәүләт хеҙмәтенә иҫәп яҙмаһын раҫларға йәки тергеҙергә, банк хеҙмәттәре базаһының тулы спектрын һәм маркетплейстарҙан, интернет-магазиндарҙан тауар алырға мөмкин. Был Ауырғазы районында ҡоролған өсөнсө модулле бина. Бынан тыш, быйыл республикала 21 объект тергеҙеләсәк. Уларҙың 7-һе әҙер модуль конструкцияларҙан ҡорола, ә ҡалғандарына капиталь ремонт уҙғарыу күҙаллана.