Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан гвардия өлкән лейтенанты Игорь Нәсибуллин иҫтәлегенә яңы марка почта әйләнешенә сыҡты.
Почта маркаһы «Рәсәй Геройҙары. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар» серияһы сиктәрендә донъя күргән. Ул хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән һәм һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған яугирҙарға арналған.
Маркала Игорь Нәсибуллиндың портреты, хәрби хәрәкәттән күренеш һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы төшөрөлгән. Почта маркаһына өҫтәп конверт һәм махсус штемпель сығарылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Игорь Нәсибуллин махсус хәрби операцияла ҡатнаша, 2022 йылдың мартында гвардия өлкән лейтенанты алыштарҙың береһендә үлемесле яралана. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн уға вафатынан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Марканы киң ҡулланыуға сығарыу айҡанлы тантана» Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалында уҙҙы. Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллинға арналған марканың тиражы 45 мең дана. Уны Өфө һәм Башҡортостан почта бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин.