«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының артиллеристары дошманға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшә


«Башҡороотстан» мотоуҡсылар полкының артиллеристары яйлап, әммә ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Гаубица дивизионында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ дошман нығытмаларын, техникаһын, хәрби көстәрен тар-мар итә. Шулай уҡ Ҡыҙыл лиман йүнәлешендә эшләүсе полкташтарына алға барыу өсөн юл аса һәм контрбатарея көрәше алып бара. Артиллеристарҙың сираттағы заданиеһын беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә күҙәтте. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Идара итеү пункты батареяларға сираттағы координаталар тапшыра. Был эш хәҙер мөмкин тиклем ябайлаштырылған. Йәғни, орудие расчеты командаларҙы туранан - тура ала. Был хәрби эште күпкә тиҙләтә.

Әлбиттә, беҙҙекеләр ҙә, ҡаршы яҡ та бер- береһенең хәрәкәтен һауалағы пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында онлайн тиерлек күҙәтеп тора. Артиллерия дуэле һөҙөмтәһе алынған мәғлүмәтте тиҙ арала үҙләштереп бер механизм кеүек эш итеүселәр файҙаһына. Еңеү әле яҡташтарыбыҙ яғында.

Үҙйөрөшлө техниканан айырмалы гаубицалар атыу менән ситкә китә алмай. Шуға күрә яугирҙар орудиены күҙ ҡараһылай һаҡлай.

Ә һауаны дронға ҡаршы төркөм күҙәтә. «Бабай» ҡушаматлы яҡташыбыҙ хәрби расчеттағы һәр кемде лә үҙ уландарылай ҡурсалай.

«Бабайҙың» дрон детекторы йәнә телгә килә. Атыу яңғыраған ерҙе асыҡларға күктән дошман разведкаһы сыға.

Һауаның таҙарғанын көтөргә окоптарға инәбеҙ һәм яугирҙар эш һөҙөмтәләрен барлай.

Хәрби расчет башлыса яңы контракт төҙөгән йәш егеттәрҙән тупланған. Шуға ҡарамаҫтан , улар үҙҙәрен тәжрибәле яугир булараҡ күрһәтеп тә өлгөргән. Дошман дрондары киткәнен көткән арала ла командование айырыуса батырлыҡ күрһәткәндәрҙе республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Ул арала артиллеристар яңы координаталар ала. Был юлы улар һөжүмгә барыусы штурм төркөмдәренә юл аса һәм бронетехникаға ярҙам итәсәк.

Айнур Кәбиров