Көнсығыш сығыу урынында бөгөндән транспорт туҡтап тормайынса хәрәкәт итә


8 тапҡырға тиҙерәк. Көнсығыш сығыу урынында бөгөндән транспорт туҡтап тормайынса хәрәкәт итә. Бының өсөн ике йүнәлештә лә түләү алыу пунктында һул яҡтан ситке һыҙаттар бүленгән. Транспондер хужалары ошо һыҙаттар буйлап хәрәкәт итә ала. Айырып күрһәтелгән һыҙаттар йәшел төҫ менән билдәләнгән.

Водителдәргә шлагбаум алдында тиҙлекте сәғәтенә 30 км тиклем кәметергә тура килә, юл автоматик рәүештә асыла. Шулай уҡ транспондерҙар менән автоһәүәҫкәрҙәр башҡа түләү варианттары ҡаралған һары төҫ менән билдәләнгән һыҙаттар буйлап та йөрөй. Әммә был осраҡта туҡтарға тура килә. Водителдәр түләү пунктында урынлашҡан «Автодор» ярҙам һәм хеҙмәтләндереү үҙәгендә транспондер һатып алып, иҫәпте тулыландыра ала.


Транспондер хаҡы яҡынса 4 мең һум тирәһе.Ул эс яҡтан алғы тәҙрәләргә беркетелә.Автомобиль сәғәтенә 30 километр тиҙлек менән хәрәкәт иткәндә махсус механизм эшкә килә һәм водителдәр ғәҙәттәгенән тиҙерәк режимда түләү пункты аша үтә ала.

Илья Беляшов транспорт дирекцияһының производство техник хеҙмәтләндереү бүлеге баш белгесе