«Башҡорт йыры» телевизион проектының быйылғы Гран-приһын Белорет районынан Эльвира Исҡаҡова яуланы. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланған йәш йырсы 100 мең һумлыҡ сертификат һәм зиннәтле статуэтка менән бүләкләнде. Йыл дауамында өс һайлап алыу туры аша үткән конкурсанттар «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән Гала-концертта тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республиканың төп телеканалында 14-се йыл рәттән ойошторолған «Башҡорт йыры» проектының быйылғы төп призын Белорет районынан Эльвира Исҡаҡова яуланы. Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова класында белем алған замандашыбыҙ башҡа конкурсанттар кеүек йыл дауамында өс һайлап алыу туры аша үткән.
Әлбиттә, телевизион проект конкурсанттарға еңелдән бирелмәй. Улар башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро һәм эстрада композицияларын да берҙәй яҡшы башҡарырға тейеш. Уларҙы йыр сәнғәте белгестәре, халыҡ йырсылары баһаланы.
Конкурс, ысынлап та, яңы исемдәр асыуы менән үҙенсәлекле. Сәнғәт институты студенты, йәш музыкант Айҙар Исхаҡов үҙен мультиинструменталист булараҡ танытһа, Марсель Нәжметдинов Виктор Цойҙың йырҙарын башҡортса башҡарыусы булараҡ асылды.
Проекттың яңы исемдәр асыуы бер. Тик уларҙың артабан йыр сәнғәтендә үҫешеүе лә төп шарт. Был йәһәттән ойоштороусылар хәл итәһе һорауҙарҙы асыҡ күрә.
Ә Гала-концерт ул эстрада йондоҙҙары, легендалары менән бер сәхнәлә сығыш яһау майҙаны. Быйыл «Башҡорт йыры» 14-се миҙгелен тамамлап, юбилейға аяҡ баҫа. Ошо ваҡыт эсендә телевизион проект йөҙҙәрсә исем асты, йәштәрҙе ҡанатландырып, оло сәхнәгә сығарыуға өлгәште. Башҡорт йыр сәнғәтен пропогандалаған байрам тамашаһы 31 декабрҙә республиканың төп телеканалы эфирында күрһәтелә.
Азат Ғәлиуллин