Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонының “Африка” позывнойлы яугирына “Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы” тигән маҡтаулы исем бирҙе. Был турала “Башҡорт батальоны” телеграм-каналы хәбәр итә. Кесе сержант “Африка” Бишбүләк районында тыуып үҫкән. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда 2022 йылдан алып хеҙмәт итә, ул – пилотһыҙ осоу аппараттары операторы. Быйыл март айында “Африка” снайпер һөжүме менән ВСУ-ның тере көсөн юҡ иткән.