Өфөлә Ҡыш Бабайҙың өс резиденцияһы булдырыла

Төп резиденция  26 декабрҙә Ленин майҙанында  асыла.  Тағы икәүһе  Дим  районында  һәм  Затонда  эшләйәсәк.  Уларҙа яңы йыл персонаждары балалар һәм өлкәндәр өсөн мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Шулай уҡ Ҡыш бабайға хат яҙып ҡалдырырға мөмкин. Резиденциялар киләһе йылдың  12 ғинуарына тиклем асыҡ була.