Өфөлә 2-се балалар поликлиникаһы филиалдарында ремонт тамамлана

Әле медицина ҡорамалдары урынлаштырыла. 16 декабргә  улар пациенттарҙы ҡабул итә башларға тейеш, ти белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин. Быйыл Өфөлә ҡала поликлиникаларын яңыртыу программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның буйынса 4 медицина ойошмаһының биш бинаһы төҙөкләндерелә. Киләһе йылда поликлиникаларҙың ике филалдында ремонт планлаштырыла.