Шаран-Яңы Балтас-Андреевка трассаһында ремонт тамамланды

4 километрлыҡ юл төҙөкләндерелде. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы  юлдар" милли проектына ярашлы  башҡарылған.  Әле бында  юл билдәләре ҡуйыла. Ошонан һуң объект файҙалыныуға тапшырыла, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.