25 документҡа ҡул ҡуйылған. Башҡортостан һәм Беларусь араһында инвестиция кластеры тураһында меморандум төҙөлдө. Туризм, сәнәғәт һәм ауыл хужалығында инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Форум 4 көн дауам итте. Унда 5 мең 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.