8 айлыҡ балаһын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнгән әсә һаҡ аҫтына алынды


Тикшереү версияһы буйынса, ҡатын быйыл февралдән октябргә тиклем ире менән оҙаҡ ваҡыт баланы астан интектерә - был сабыйҙы хәлһеҙләндереүгә килтерә һәм үҫешенә йоғонто яһай. Ата-әсәһе уны даими рәүештә бер үҙен эт менән фатирҙа яңғыҙ ҡалдырып, кейемһеҙ килеш иҙәндәге карауат тартмаһында тота. Ҡатын бала менән медицина учреждениеһына йөрөмәй, сабыйҙың таҙалығын да күҙәтмәй.


Был хаҡта тәфтиш органдарына ирҙең һеңлеһе хәбәр итте. Ул баланы әсәһенең икенсе төбәккә сығып китере алдынан йәшник эсендә таба. Ҡатын малайҙың үлеүен теләп, уны яңғыҙ ҡалдырырға ниәтләй. Әле сабый ваҡытлыса өләсәһе ҡарамағына тапшырылған, уға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә.

Әлиә Сафина, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы тәфтишсеһе