Башҡортостанда медицина учреждениелары артҡандан-арта. Иглин районы Ҡаҙаяҡ ауылындағы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты районда асылған һигеҙенсе медицина учреждениеһы. Ул «Сәләмәтлек»милли проектының беренсел звеноны модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
Ҡаҙаяҡ ауылы район үҙәге Иглиндән алтмыш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.Ҡаҙаҡ, Ҡаҙаяҡ-Ҡотош һәм Рассвет ауылдарында йәшәгән кешеләр яңы, уңайлы шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы аласаҡ.
Яңы фапта медицина-санитар ярҙамын Красный Восход ауыл биләмәһенең өс тораҡ пунктынан 500 кеше аласаҡ,уларҙың 97-һе-балалар. Велентина Алҡаева ҡаҙаяҡта 2015 йылдан бирле халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Иҫке фап бинаһы авария хәләендә булған. Фельдшер заманса ҡорамалдар һәм ҡаланыҡынан кәм булмаған шартарҙа эшләй башлаясағына шат.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса ҡорамалдар: ЭКГ аппараты, күҙ баҫымын үлсәү өсөн прибор, дефибрилиатор менән йыһазландырылған. Бында кәрәкле анализдар тапшырырға, диспансер тикшереү үтергә мөмкин.
Бынан тыш, прививка яһатырға, табиптан консультация алырға, ҡан баҫымын үлсәргә, укол ҡаҙатырға һәм башҡа медицина процедураларын үтергә була.
Йыл аҙағында Иглин районында тағы ла ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Модулле медицина учреждениелары Таутөмән һәм Ҡарамалы ауылдарында файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова