Быйыл проектта төбәктән 11 ауыл биләмәһе ҡатнашҡан. Конкурсанттарҙы мәҙәниәт йорто сәхнәһенән Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин тәбрикләне. Йылдан-йыл конкурсҡа күберәк ауылдар йәлеп ителә. Халыҡ йәшәйеше өсөн кәрәкле, мөһим конкурста ҡатнашыусылар милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы булараҡ сығыш яһай, йәш быуынды сәләмәт тормош яҡлы булырға саҡыра. Быйыл Ҡалтасынан Бабай ауылы муниципаль этапта еңеп, республика кимәлендә районы данын яҡлаясаҡ.