Өфөлә Советтар Союзы геройы Николай Кузнецов исемендәге 105-се гимназияла Геройҙар көнөнә арналған патриотик сара үтте. Башҡортостандың Дәүләт хәүефһеҙлеге органдары ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышына бәйле тарихи мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. СССР һәм Европаның фашистар оккупацияһында булған биләмәһендә партизандар рәтендә булған Башҡортостан кешеләре, 1941-1943 йылдарҙа Кушнаренко районында йәшерен эшләгән «Коминтерн» разведка мәктәбе, һуғыштан һуңғы осорҙа ҡораллы милли көстәр менән көрәш - быларҙың барыһы ла докладтарҙа сағылыш тапҡан төп темалар.