Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында Ватан Геройҙары көнө уңайынан байрам концерты үтте


«Еңеүҙе яҡынайтып» тип исемләнгән театрлаштырылған программа баш ҡала хакимиәте менән берлектә «Башҡортостан рустары соборы» тарафынан ойошторолған. Ул 1812 йылғы һәм Бөйөк Ватан һуғыштарына һәм махсус хәрби операция яугирҙарының ҡаһарманлыҡ тарихына арналды. Патриотик композициялар Ҡала мәҙәниәт һарайы солистары, ижади коллективтар, курсанттар һәм кадеттар башҡарыуында яңғыраны.

Концерт барышында Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында төрлө майҙансыҡтар эшләне. Бында фотоһүрәттәр, документтар һәм артекфакттар менән танышырға мөмкин ине. Теләүселәр маскировка селтәре лә үреп ҡарай алды. Һәләк булғандан һуң «Генерал Шайморатов» ордены менән бүләкләнгән геройҙарға арналған күргәҙмә тәҡдим ителде. Экспозиция Виктор Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һүрәттәренән төҙөлгән.


Мин балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыйым. Беҙгә махсус хәрби операция яугирҙары тураһында һөйләгәйнеләр. Мине Морат Йосоповтың яҙмышы тетрәндерҙе.Шуға күрә уның портретын төшөрөргә булдым. Уға ни бары 21 йәш була. Батырҙарса һуғышҡаны өсөн ул Шайморатов ордены менән бүләкләнгән.

Варвара Иванова, В.Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы