Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәт менән сығыш яһаясаҡ


Башҡортостан башлығы менән «Тура бәйләнеш» барышында ҡабул ителгән һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр ике ай эсендә хәл ителергә тейеш. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Бынан тыш, төбәк етәксеһе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Андрей Назаровты республика хөкүмәте премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһында хат ебәреүе тураһында хәбәр итте. Башҡортостанда 19 декабргә тиклем министрҙар кабинетын формалаштырыу эше тамамланырға тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Андрей Назаровты республика хөкүмәте премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһында хат ебәргән. Төбәк етәксеһе икенсе мөрәжәғәте менән вице-премьерҙарҙы раҫлауҙы һораған. Указға ярашлы, Рөстәм Моратов менән Урал Килсенбаев премьер-министрҙың беренсе урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнә, Азамат Абдрахманов, Рөстәм Ғәзизов, Ирек Сәғитов, Наталья Полянская, Александр Шельдяев һәм Илшат Фәзрахмановҡа урынбаҫарҙар вазифаһы йөкмәтелә.

Башҡортостан башлығы менән «Тура бәйләнеш»кә республика халҡынан 9530 һорау килгән. Радий Хәбиров һорауҙарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе 2 ай эсендә хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Граждандарҙан башлыса юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләре менән бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул ителгән. Радий Хәбиров тура бәйләнеш буйынса хәл ителгән мәсьәләләр һәм үтәлгән эштәр буйынса муниципалитет башлыҡтарына февралгә отчет әҙерләргә ҡушты.

Киләһе йылға республикала «Уңайлы ҡала мөхитен ойоштороу» федераль проекты буйынса 94 йәмәғәт майҙансығын төҙөкләндереү күҙаллана. Граждандар теләген парк, сквер, юл үткәүеле, спорт һәм башҡа майҙансыҡтарҙы тәртипкә килтереү өсөн 1 миллиард 200 млн һум аҡса йүнәлтелә. Был сумманың 56 проценты ҡала объекттарын, ҡалған аҡсалар ауыл ерендәге биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҡаралған.


Март-апрель айҙарында граждандар тауыш биреп төҙөкләндереү талап ителгән йәмәғәт майҙансыҡтарын һайланы. Федераль аҡсалар бүленгән проект буйынса йыл һайын төбәктә йөҙҙән ашыу майҙансыҡ тәртипкә килтерелә. Киләһе йылдан программа «Тормош өсөн инфраструктура» тип атала башлаясаҡ. Проекттың исеме үҙгәрһә лә уның эстәлеге һаҡлана - урындағы халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Ирина Голованова, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы

Ғәҙәттәгесә, декабрҙә йыл йомғаҡтарын барлап киләһе йылға яңы маҡсаттар билдәләнә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 12 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Уҙған йылдар тәжрибәһе буйынса мөһим документ киләһе йылға ғына түгел, алдағы ун йылға республика үҫеше курсын билдәләй.

Флорида Ким