Республикала йәштәр өсөн биш үҙәк асылды


Улар Өфө, Ағиҙел, Күмертау ҡалаларында, Краснокама һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Йәштәр үҙәктәренә старт Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәтен һәм ирекмәнлекте тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышында бирелде. Сара Шишмә районындағы «Патриот» паркында үтте. Ултырышта Радий Хәбиров һәм «Беренселәр хәрәкәте» рәйесе, Рәсәй Геройы Артур Орлов ҡатнашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Өфөнөң Киров районында йәштәр өсөн яңы майҙансыҡ. Төҙөкләндерелгәндән һуң, фатир тибындағы «Орбита» үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. Ул «Йәшлек. Төбәк» програмаһы буйынса яңырыу кисергән биш үҙәктең береһе. Уны асыу сараһында Рәсәй Геройы, «Беренселәр хәрәкәте» рәйесе Артур Орлов ҡатнашты. «Орбита» төрлө йүнәлеш менән ҡыҙыҡһынған үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн йыйылыу, проекттарҙы томошҡа ашырыу урыны булып торасаҡ.

Артур Орлов «Йәшлек хаус» - Башҡортостан йәштәре йорто эшмәкәрлеге менән дә танышты. Саралар шәлкемен Патриот паркында ойошторолған Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы йәштәр сәйәсәтен һәм ирекмәнлекте тормошҡа ашырыу, «Беренселәр хәрәкәте» менән үҙ-ара эш итеү буйынса координация советы ултырышы дауам итте. Ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров сәләмләне.

Бөтә Рәсәй «Беренселәр хәрәкәтенең» Башҡортостан бүлексәһе былтыр февралдә булдырылғайны. Әле ул 215 меңдән ашыу кешене берләштерә. Район һәм ҡалаларҙа хәрәкәттең урындағы бүлексәләре булдырылған.

Икенсе йыл рәттән Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәте»нең гранттар конкурсында алдынғы урындарға ирешә. Быйыл республиканан 387 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 32-һе үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 62 миллион һум аҡса алған. «Беренселәр хәрәкәте» рәйесе Артур Орлов билдәләүенсә, грант отоу буйынса Башҡортостан Рәсәй буйынса беренсе урында.

Координация советы ултырышында видеобәйләнеш аша «Йәшлек.Төбәк» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән биш үҙәк асылды. Улар Өфө, Ағиҙел, Күмертау ҡалалары, Хәйбулла һәм Краснокама райондары йәштәре өсөн яңы майҙансыҡ булып хеҙмәт итә .

Әлфинә Килдейәрова