Улар «Башҡортостан» полкы һәм исемле башҡорт батальондары өсөн тәғәйенләнгән. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала ойошторолған тура линия барышында билдәләне. Махсус хәрби операциялағыларға күрһәтелгән ярҙам тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы
Дрон өсөн иң мөһиме - ҡанаттарҙың ныҡ булыуы. Уларһыҙ ул һауаға күтәрелә алмай. Өфөләге предприятиела йыйылған пилотһыҙ осоусы аппарат өс килограмм ауырлыҡтағы йөктө ун саҡрым алыҫлыҡҡа тиклем ташый ала, шулай уҡ инженерҙар көсө менән самолет тибындағы дрондар ҙа күпләп етештерелә. Корпусы пенопластан булғанға күрә, ул еңел. Сәғәтенә 100 саҡрым тиҙлек йыя ала.
Компания айына ике йөҙгә яҡын пилотһыҙ осоусы аппарат етештерә, улар башлыса алғы һыҙыҡҡа оҙатыла. Дронға снаряд ташлау өсөн ошондай ҡулайлама ла беркетелә, камера ярҙамында иһә разведка алып барырға мөмкин
Квадрокоптерҙарға ихтыяж юғары. Шуға күрә предприятие алғы һыҙыҡтағыларға фондтар аша адреслы ярҙам күрһәтә. Кәрәк икән, төнгө камера, тепловизор ҡуйыла. Быйыл производство майҙансығында илле килограм йөк ташый алған дрондар ҙа йыйыла башлаған. Бынан тыш, бензинда эшләгән гексакоптерҙар линияһы асылған.
Предприятиела йыйылған дрондар Оборона министрлығының инновациялы үҫеш баш идаралығы тарафынан тәҡдим ителгән, барлыҡ һынауҙар уңышлы үтелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та тура линия ваҡытында һуңғы ярты йылда төбәктә пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың сифатлы йыйыла башлауын билдәләгәйне.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә автобус бүлеү булһынмы, гуманитар ылау оҙатыумы - Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға оло терәк. Радий Хәбиров был йәһәттән республика халҡының берҙәм булыуын да билдәләп үтте. Шул уҡ ваҡытта бөгөн алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәргә реабилитация ойоштороу, йәмғиәткә яраҡлаштырыу, уларҙы яңынан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу ҙа - төп бурыстарҙың береһе. Төбәктең идара итеү командаһына ла ҙур тормош тәжрибәһе булған, көслө рухлы кешеләр кәрәк.
Өфө районынан Илгиз Ахунов та «Ватанды һаҡлаусылар» фондына мөрәжәғәт итеп, хәрби бәрелештәр ветераны статусын алған. Яраланып ҡайтҡан яугирға эшкә урынлашыу мәсьәләһендә ярҙам күрһәтелгән. Менеджер һөнәрен үҙләштереп, яңы хеҙмәт урынын тапҡан.
Яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн миҙал-ордендар менән бүләкләнгән. Тыуған яғына ҡайтыу менән ул хәрби-илһөйәрлек хәрәкәтенә ҡушылған. Ветеран билдәләүенсә, әүҙем гражданлыҡ позицияһын алып барыу ғәҙәти тормошҡа тиҙерәк ҡайтырға булышлыҡ иткән.
Гөлназ Хәйбуллина