Башҡортостан Республикаһының махсус вәкиле. Был шәхестең рәсми вазифаһы шулай тип аталған. Башҡортостан автономияһының һынылыш осоронда уның инешендә торған сәйәси комиссар, уран ырыуы башҡорто Хәлим Әмиров хаҡында китап донъя күрҙе. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан, Яңауыл башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән тарихсы Азат Ярмуллин авторлығында нәшер ителде.

Тарих кемдеңдер исемен өҫкә сығара, уның тормошон барыбыҙға ла өлгө итеп ҡуя. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙанышы һис кәм булмаған исемһеҙ геройҙар бар. Бына тап уларҙың тарихы өйрәнеүҙе талап итә.
Яңауылдар өсөн Хәлим Әмиров исемен тарихсы Азат Ярмуллин аса. Башҡорттарҙың хәрби тарихын өйрәнгән белгес шәхестең исеме менән ҡыҙыҡһынып, үҙенә бик күп асыштар яһай.
Хәлим Әмиров Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылында тыуған. Шәхестең шәжәрәһен өйрәнеүселәр уның билдәле ырыуҙан икәненә иғтибар итә. Мәҫәлән, яҙыусы Ғәйнан Әмири менән Хәлим Әмиров бер нәҫелдән. Бөгөн Яңауылда Хәлим Әмииров иҫтәләгенә бюст асылған, мәктәпкә уның исеме бирелгән.
Башҡа бик күп шәхестәр кеүек Хәлим Әмиров та золом ҡорбаны. Уның үлгән йылы билдәһеҙ. Әммә балалары булған, ейәндәре бар. Әмировтың исеме халыҡҡа ҡайтарылғас, яңауылдар уның ейәнен эҙләп таба. Ул Өфөлә табип булып эшләй.
Ринат Әмиров, Хәлим Әмировтың ейәне
Ҡартатайым хаҡында өләсәйем менән атайым һөйләй торғайны. Беҙ уның Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә ҡатнашҡанын, уның башланғысында торған билдәле шәхес булғаны өсөн ғорурланып, белеп үҫтек.
Яңы китап 500 данала нәшер ителгән. Ул тәү сиратта Яңауыл районы мәктәптәре, китапханалар өсөн тәғәйенләнгән. Яҡташтары үҙ шәхесен белергә тейеш.
Г. Ишбулатова