Өфө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ҡабул итергә әҙерләнә

Был көндәрҙә "Торатау" конгресс-холында күргәҙмәләр ойошторола. Милли музейҙан хәбәр итеүҙәренсә, делегаттар Салауат Юлаевтың ҡылысын, герой атының эйәрен, Миңлеғәли Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалын күрә ала. Шулай уҡ халыҡ кәсептәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре урынлаштырыла. Бөтә донъя башҡорттары съезы 13 декабрҙә Өфөлә, "Торатау" конгресс-холында була. Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнашыуы көтөлә.