Быйыл Башҡортостанда ҡымыҙ етештереү 21 процентҡа артҡан

Ғинуар-сентябрь айҙарында 803 тонна эсемлек әҙерләнгән, тип  хәбәр итәләр статистика хеҙмәтенән.  Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры  вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов  белдереүенсә, беҙҙең республика йылҡы һаны буйынса ил төбәктәре араһында икенсе урында, ҡымыҙ етештереүҙә лидер булып тора. Башҡортостанда йылҡы үрсетеүселәр ауыл хужалығы өсөн ҡаралған һәр төрлө льготаларға хоҡуҡлы.