БСТ телеканалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хаҡында фильм тәҡдим итә

“Киләсәккә ҡарап” документаль картинаһы йәмәғәт ойошмаһының үткәне һәм бөгөнгөһөнә арнала.  “Ҡоролтай халҡыбыҙ үҫеше өсөн оло әһәмиәткә эйә. Беҙ ошоно күрһәтергә ынтылдыҡ. Телевидение архивында тупланған бай видеоматериалдарҙы файҙаландыҡ”, - ти проект авторы Гөлдәриә Йосопова. Документаль фильм бөгөн төнгө сәғәт 11-ҙә эфирға сыға.