12 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Төбәк етәксеһе республика парламентарийҙарының һәм идара итеү командаһының алдағы йылдарға үҫеш юлдарын билдәләй. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө» телеканалдары эфирында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтында һәм республика башлығы хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми битендә ҡарарға мөмкин.