Радий Хәбиров Бишбүләк районында эшсе һөнәрҙәр өсөн махсус кейем тегеү цехына старт бирҙе


Өҫтөнлөклө инвестиция проекты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк районында эшсе һөнәрҙәр өсөн махсус кейем тегеү цехына старт бирҙе. Республика ярҙамы менән цех заманса тегеү машиналары менән йыһазландырылған, сифатлы туҡымалар һатып алынған, ергә ҡуртым өсөн ташламалар ҡаралған. Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Ҡушйылға ауылында төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йорто эшмәкәрлеге менән танышты. Бынан тыш төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе ирекмәндәр менән аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡушйылға ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто ишектәре асылды. Көтөп алынған ваҡиға менән урындағы халыҡты тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе 1987 йылда сафҡа ингән объекттағы үҙгәрештәрҙе ҡарап, ауыл халҡы менән аралашты. Улар иҫке бинаны ремонтлауҙы һорап Радий Хәбировҡа «тура бәйләнеш» тә 2022 йылда мөрәжәғәт иткән.

«Мәҙәниәт» милли проекты буйынса яңыртылған бинала тамаша залы төҙөкләндерелгән, урындағы һәүәҫкәр артистар өсөн сәхнә костюмдары һатып алынған. Мәҙәниәт йортон тәртипкә килтереү өсөн республика бюджетынан 28 млн һум аҡса бүленгән.

Урындағы халыҡты борсоған һорауҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы - төбәк етәксеһе аралашыу барышында уҡ көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү юлын билдәләне.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бишбүләк ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам туплаусы ирекмәндәр, битараф булмаған граждандар менән осрашты .

Алғы һыҙыҡтағы ватан һаҡсылары өсөн ҡаралған гуманитар ярҙамды урындағы халыҡ уртаҡ көс менән туплай . Гүзәл заттар тәжрибә уртаҡлашып, маскировка селтәрҙәрен үреү, окоп шәмдәрен яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора .

Махсус хәрби операция башланған осорҙан Бишбүләктәр 30 гуманитар ылау оҙатҡан. Яугирҙар өсөн тепловизорҙар, квадракоптерҙар, күсмә мунсалар, хәрбиҙәр өсөн йылы кейем һәм гигиена әйберәре даими оҙатыла.

Бишбүләк районына эш сәфәре барышында төбәк башлығы Радий Хәбиров 2-се мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты . Полилингваль мәктәптә сыуаш телен өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылған . Былтыр 11 педагог сыуаш телен уҡытыу өсөн махсус уҡыуҙар үтеп, квалификация алған, балаларҙы сыуаш телендә уҡытыу өсөн ике класс ойошторолған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Бишбүләктә яңы производствоға старт бирелде. Эшселәр өсөн кейем тегеүселәр коллективын төбәк етәксеһе тәбрикләне. Гүзәл заттар тырышлығы менән етештерелгән әйберҙәр республика район -ҡалаларына һәм Рәсәй төбәктеренә оҙатыласаҡ .

Махсус кейем цехы заманса теген машиналары менән йыһазландырылған . Өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн 90 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Сифатлы туҡымалар һәм цех ҡоролмалары республика бюджеты иҫәбенән һатып алынған. Ҡеүәтле производство ярҙамында Бишбүләктә 100 кешегә эш урыны булдырылған. Яңы предприятие биләмәнең иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә тағы ла бер этәргес булып тора.

Флорида Ким