Радий Хәбиров Бишбүләк районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты


Радий Хәбиров Бишбүләк районына эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Ватан һаҡсыларының барыһы ла вафатынан һуң Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнгән.

Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашып, генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Башҡортостан башлығы махсус хәби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү -муниципалитет етәкселәренең беренсе сираттағы бурысы тип билдәләне.