Һауала хакимлыҡ өсөн көрәш: «Айгир» отрядының Өфө дрондары менән һөжүме

Һауала көстәр тигеҙләште. Әгәр быға тиклем беҙҙең бер пилотһыҙ осоу аппаратына Украина хәрби көстәренең биш, ҡайһы саҡта унан да күберәк дроны ҡаршы торһа, хәҙер ике яҡ та «ҡоштарҙы» бер үк күләмдә осора. Беҙҙең маҡсат һауалағы хакимлыҡты үҙ ҡулыбыҙға алыу, ти «Башҡортостан» полкының «Айгир» пилотһыҙ осоу аппараттары отряды операторҙары. Сөнки заман һуғышында дрондар хәл иткес роль уйнай. Улар разведка ла, артиллерия һәм бронетехниканың күҙҙәре, хәрби припастар, ылау ташыусы һәм шул уҡ ваҡытты һөжүм итеү өсөн дә әүҙем ҡулланыла. Яугирҙар билдәләүенсә, иҫәпһеҙ- һанһыҙ дрондар араһында яңы йыйыла башлаған «ӨФӨ» коптерҙары айырылып тора. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул метеошарттарға бирешеп бармаған, ҡеүәтле һәм еңел идара ителеүсе «ҡыйғыр ҡош» булараҡ танылып өлгөргән. Айнур Кәбиров репортажы.

«Айгир» отряды яугирҙары сираттағы хәрби заданиела. Дрондар нацистар блиндаждарына гранатомет боеприпастары ташлай.

Сәптәр ҡыйратылғас «ҡошсоҡтар» ояһына ҡайта. Ләкин бар задание ла шыма ғына үтмәй. Ҡайһы саҡта дрондар үҙе лә шартлай, йә дошман пуляһынан зыян күрә. Бер пилотһыҙ осоу аппаратының уртаса хеҙмәт итеү ваҡыты аҙна - ун көн, ти операторҙар. Ләкин бер генә коптер ҙа яу ҡырында ятып ҡалмай. Улар сираттағы һөжүмгә донор була. Яугирҙар уны блиндаждарҙа уҡ ҡулайлаштырылған лабораторияларҙа яңынан сафҡа баҫтыра.

Айырыуса Өфөлә етештерелә башлаған дрондар йүнәтеүгә лә еңел, ҡулланыуҙа ла ябай, ти операторҙар. Башҡа пилотһыҙ осоу аппараттарынан ҡеүәте менән дә ота.

Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары Өфө дрондарын «Башкирка» тип атаған. Улар республиканан даими оҙатыла. Егеттәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып камиллаштырып та торалар.

Ситтән тороп эш итһәләр ҙә дрон операторҙары һәр саҡ хәүеф аҫтында. Ҡаршы яҡ уларға ысын мәғәнәһендә һунар итә.

Егеттәрҙең ерҙәге именлеге өсөн «Сирин» ҡушаматлы водитель яуаплы. Заданиеның теүәл үтәлешендә лә уның өлөшө ҙур.

Берҙәм эш итмәйенсә мөмкин түгел. Һауалағы «ҡоштар» ерҙәге хәрби көстәрҙең күҙҙәре һәм терәге булһа, артиллерия һәм башҡа подразделениелар дрондарға юл аса, дошмандың радиоэлектрон кәртәләрен тар-мар итә.

Айнур Кәбиров