Башҡортостан башлығының парламентҡа Мөрәжәғәтнамәһе әлеге минуттарҙа башланып тора. “Бөгөн республика етәксеһе эшмәкәрлегеенә йомғаҡ яһай, киләсәккә пландар йәғни Башҡортостандың үҫеш юлдарын билдәләй”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Парламенттағы сығыш депутаттарға мөрәжәғәт итеү генә түгел, ул республика халҡына мөрәжәғәт. Был сәйәси сара йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә”, - тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика башлығы парламентҡа йыл һайын мөрәжәғәт итә. Ул Башҡортостан Конституцияһының 87-се статьяһы буйынса ҡаралған. БСТ, “Башҡортостан 24” телеканалдары Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙан тура трансляция күрһәтә.