Башҡортостан Башлығы бөгөн ошондай бурыс ҡуйҙы. “Иҡтисад фронты махсус хәрби операцияла уңышҡа өлгәшеүҙең төп нигеҙе булып тора. Башҡортостанға инветиция һалыусыларҙы арттырыу мөһим”, - тине Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Иҡтисадта даими үҫеш булдырыу өсөн бер нисә программа төҙөлдө. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса “Инвестицияларҙы һаҡлау һәм дәртләндереү” проекты уңышлы файҙаланыла. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын ҡулланыу киңәйтелә. Иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов әйтеүенсә, инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендәге әүҙем эшмәкәрлек яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеккә лә ҙур иғтибар бирелә. Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм тағы ла бер нисә илдә республика вәкиллектәре асылды.