Ханты-Мансы автономиялы округында 30 меңгә яҡын милләттәшебеҙ йәшәй

Туған телде һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән 15-тән ашыу башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшләй. Йәкшәмбе мәктәбе булдырылған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Югра башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иртәгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезы уҙғарыла. Сара “Торатау” конгресс-холында үтә. Унда секция һәм пленар ултырыштар, ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, ижади лаборатория ойошторола.  Шулай уҡ туған телде, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы проекттар ҡарала.