Республикала транспорт инфраструктураһы яҡшыра

Быйыл мартта Көнсығыш сығыу юлы файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөн тоннелде Галле Округы урамы менән тоташтырыу бара. Шулай уҡ “Көньяҡ ҡапҡа” проекты тормошҡа ашырыла.Өфөлә трамвай юлдары яңыртыу ҡарала. Электр транспорты паркы тулыландырыла. “Башҡортостанда юл төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Күперҙәр тәртипкә килтерелә, яңылары һалына”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул был турала Башҡортостан  парламентына мөрәжәғәтендә әйтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала  “үтә насар юлдар”ҙы йүнәтеү өсөн тәғәйен фонд арттырыла. Ул йыл һайын 1 миллиардҡа тулылана. Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем фонд күләмен 9 ярым миллиард һумға еткерергә ҡушты. Насар юлдарҙы ремонтлау проекты 2 йыл элек башланды. Бөгөнгә 230 километр юл төҙөкләндерелгән. Киләһе йылда 180 километр трассаны яңыртыу ҡарала.