Башҡортостанда Фән һәм мәҙәниәт йорто төҙөлә

Бында китапхана, интерактив музей, ижад өсөн биләмәләр, музыка залы булдырыла. Был турала Андрей Назаров белдерҙе. Ул республика парламенты депутаттары алдында сығыш яһаны. Шулай Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһен яңыртыу, Сибай башҡорт драма театры, Өфө сәнғәт училищеһы, Салауат балалар художество мәктәбендә, Миәкә районында һәм Нефтекамала ике үҙәк китапханала капиталь ремонт планлаштырыла, тине Андрей Назаров.