Предприятиелар ихтыяжына ҡарап уҡыу йорттарында бюджет урындар һанын 2 меңгә арттырыу мөмкинлеге ҡарала, тип белдерҙе Андрей Назаров республика парламенты ултырышында. Уның әйтеүенсә, мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу тамамлана. Киләһе өс йылда оборона-сәнәғәт преприятиеларына 8 меңдән ашыу хеҙмәткәр әҙерләү өсөн ярты миллиард һум субсидия бүленә. Шулай уҡ "Башҡорт вахтаһы" проекты ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан предприятиеларына эшкә урынлашыу мөмкинлеге бар.