Доброволецҡа дәүләт наградаһы. Яҡташыбыҙ Суворов миҙалына лайыҡ булды

Илнур Фәхретдинов Нуриман районынан. Ул махсус хәрби операция яугиры. Быйыл июлдә Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөгән. Бөгөн “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Фронтта күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. “Илебеҙ өсөн яуаплы осорҙа йәшәйбеҙ. Иптәштәрем, яҡташтарым алғы һыҙыҡта. Мин дә ситтә ҡала алманым. Шуға килешеүгә ҡул ҡуйҙым. Беҙ - Еңеүселәр вариҫтары. Нацизмды ҡыйратырбыҙ. Беҙҙе Еңеү менән көтөгөҙ”, - ти "Переводчик" ҡушаматлы яугир.