«Профессиональ ҡурайсылар ансамбле сәнғәтте яңы кимәлгә күтәрәсәк». Был турала беҙҙең каналға биргән интервьюһында ансамбль етәксеһе Азат Айытҡолов һөйләне. Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле быйыл республика Башлығы башланғысы менән ойошторолдо. Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында мәҙәни кодты һаҡлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Һәр нотала мөһабәт урман-тауҙар, икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы дала һулышы. Ә ҡурай моңонда - башҡорт халҡының тарихы. Коллектив йәш булыуына ҡарамаҫтан, музыканттарға ихтыяж ҙур. Был осраҡлы түгел. Сөнки халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы булған ҡурайҙың даны бөтә донъяға таралған. Республиканың иң яҡшы 22 ҡурайсыһы йәнә ҡурайҙың үҙенсәлекле яңғырашын раҫланы.
Йәштәр коллектив менән бер бөтөн булырға ынтыла. Тура бәйләнеш аша Радий Хәбировҡа йәш ҡурайсы Данил Никитин мөрәжәғәт итте.
Һәм республикала йәштәргә ижад итеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Был һүҙҙәрҙе төбәк башлығы ла раҫланы.
Көндәлек кейемдә лә милли нағыштар барлыҡҡа килә. Башҡортостан дизайнерҙары заманса образдарға башҡорт һылыуҡайҙарының этник орнаменттарын һәм биҙәүестәрен индерә. Бындай кейемдәргә ихтыяж ҙур.
Тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Анна Уварованың республикала тегелгән кейем өсөн логотип булдырыу башланғысын хупланы. Йолаларҙы һаҡлау һәм тамырҙарға мөрәжәғәт итеү мөһим, тине Радий Хәбиров.
Милли телдәрҙе популярлаштырыу ҙа төбәк өсөн өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала. «Башҡорт теле буйынса диктант» 2019 йылдан алып халыҡ-ара статусҡа эйә. Ошо уҡ йылдан башҡорт теле көнө лә билдәләнә башланы. Был проекттар республика Башлығы гранттары Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ онлайн-тәржемәсе, «Хомай» тигән аҡыллы колонка булдырылған, уҡыу әсбаптары нәшерләнә, билдәле авторҙарҙың китаптары тәржемә ителә. Мәҫәлән, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов етәкселегендә Кемель Токаевтың «Серле эҙ» китабы башҡорт теленә уңышлы тәржемә ителгән.
Халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре заманса идеялар менән байытыла. Башҡортса ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни саралар уҙғарыу, кейемдәоҙә милли нағыштарға мөрәжәғәт итеү, телебеҙҙе һаҡлау һәм милли сәнғәтте байытыуҙа етди аҙымдар башҡорт халҡының мәҙәни кодын һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Был мәсьәләләр барыһы ла Башҡортостан Башлығының иғтибар үҙәгендә.
Гүзәл Борханова