Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе алдағы йылдарға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләп, йыл йомғаҡтарын барланы. Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләренә арналды. Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән планға ярашлы төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, эшҡыуарҙарға шарттар тыуҙырыу маҡсаттарын ҡуйҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе алғы һыҙыҡта һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Мөрәжәғәтнамәнең байтаҡ өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам сараларына арналды. Хәрби бәрелештәрҙән ҡайтҡан ир-егеттәр реабилитацияһы махсус хәрби операция ветерандары ассоцияциаһы сиктәрендә башҡарыласаҡ.

Быйыл ватан һаҡсыларына һәм уларҙың ғаиләләренә , хәрби ветерандарға ярҙам итеү өсөн 10 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән һәм киләһе йылда ла был эш өҙлөкһөҙ алып барыласаҡ. Алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар республика ярҙамын тойоп хеҙмәт итеү Еңеүгә ҙур этәргес тип уртаҡлашты.

Республика башлығы депутат корпусы, башҡарма власть органдары, район һәм ҡала хакимиәттәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йылын етди әҙерлек менән ойошторорға ҡушты.

Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше программаһын билдәләне. Алдағы биш йылда төбәк тулайым продукт күләмен 4 трлн һумға еткереү маҡсаты ҡуйылды. Радий Хәбиров төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, эшҡыуарҙарға шарттар тыуҙырыу йүнәлешендә идара итеүсе командаға аныҡ саралар әҙерләү бурысын ҡуйҙы.

Хөкүмәт ағзаларына сит илдә Башҡортостан етештереүселәренең продукцияһын һатыу өсөн сауҙа йорттары төҙөү концепцияһын әҙерләү йөкмәтелде.

Торлаҡ төҙөү күләмен йылына 4 млн квадрат метрға еткереү, яңы социаль объекттар төҙөү мәсьәлләре иғтибар үҙәгендә булды. Алдағы йылдарҙа Өфөлә математика йүнәлешендәге заманса мәктәп төҙөү, ике мең тамашасыға иҫәпләнгән Музыка йортон сафҡа индереү, киләһе йылға Башҡорт дәүләт циркын реконструкциялау проектын башлау, Ҡайтарылған исемдәр музейын асыу һәм башҡа маҡсаттар билдәләнде.

Башҡортостан йәш ғалимдарға ойошторолған ярҙам саралары буйынса ил рейтингында иң яҡшы төбәк тип табылған. Киләһе йылға республикала «Йылдың йәш ғалимы» исеме булдырыласаҡ. Уға ярашлы 150-шәр мең һумлыҡ ете премия билдәләү ҡаралған. Республикала 1 февралдән Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты эшләй башлаясаҡ. Барлыҡ саралар ҙа төбәктең тотороҡло үҫешен тәьмин итеп, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе берҙәмлек һәм илһөйәрлек тойғолары менән һуғарылды. Ҡуйылған маҡсаттар киләһе биш йылға республиканың үҫеш юлдарын билдәләй.

Флорида Ким