Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры итеп раҫланды

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең пленар ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте. Радий Хәбировтың парламентҡа тәҡдим иткән кандидатураһы бер тауыштан хупланды. Бөгөнгө парламент ултырышында Андрей Назаров Хөкүмәттең алдағы биш йыллыҡҡа эш программаһын иғлан итте. Ул министрҙар кабинеты эшмәкәрлегенең төп өс йүнәлешен билдәләне: халыҡты һаҡлау, уның һаулығын хәстәрләү һәм һәр кешенең үҙенең мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхитте үҫтереү, шулай уҡ яңы юғары технологиялы һәм динамик иҡтисадты формалаштырыу.

Эксперттар Андрей Назаровтың яңынан тәғәйенләнеүе көтөлгән хәл тип белдерә. Ул Хөкүмәтте 2020 йылдан алып етәкләй һәм Башҡортостан башлығының идара итеү командаһында һөҙөмтәле менеджер булып иҫәпләнә. Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа Хөкүмәткә иң ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә тура килеүен бер нисә тапҡыр билдәләне - был пандемия ла, махсус хәрби операция ла. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика ныҡ тора һәм бөгөн әүҙем үҫешә. Сәнәғәттә, төҙөлөштә, социаль өлкәлә, фәндә һәм мәғарифта күп күрһәткестәр буйынса беҙҙең төбәк алдынғы позицияға сыҡты. Политологтар фекеренсә, Хөкүмәттең грамоталы һәм системалы етәкселегенән тыш, был мөмкин булмаҫ ине. Башҡортостанда һөҙөмтәле идара итеү системаһы барлыҡҡа килде, республика башлығы тактик һәм стратегик бурыстар ҡуя, ә Хөкүмәт уларҙы тормошҡа ашыра. Был системала Андрей Назаров бөтә Хөкүмәттең эшен координациялау буйынса мөһим функция үтәй. Уның ҡаҙаныштары шулай уҡ юғары дәүләт кимәлендә бер нисә тапҡыр билдәләнә. Мәҫәлән, быйыл Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаровты икенсе дәрәжә Столыпин миҙалы менән бүләкләне.