Өфөлә йәш шайморатовсыларҙың беренсе балы үтте


Уҡыуҙа һәм кластан тыш эштә айырылып торған 200-ҙән ашыу уҡыусы колонналар залында бейене. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Марш тауышына туғыҙынсы класс уҡыусыларының йөҙгә яҡын пары тантаналы рәүештә залға инә. Улар үҙ ғүмерҙәрендә беренсе балда ҡатнашырға тейеш. Сара бер юлы өс мөһим датаны: Ватан геройҙары, республика конституцияһы һәм башҡорт теле көнөн берләштерҙе. Балды ойоштороу идеяһын республика етәксеһе тәҡдим иткән. Радий Хәбиров «шайморатов» кластарының иң яҡшы уҡыусыларын сәләмләп, Ватан һәм Башҡортостан тарихында Миңлеғәле Шайморатовтың айырым ролен билдәләне.

Беренсе «йәш шайморатовсылар балы» республиканың алты муниципалитетынан уҡыусыларҙы йыйҙы. Улар уҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, олимпиадаларҙа, ижади һәм фәнни конкурстарҙа, хәрби-спорт ярыштарында призлы урындар яулаған, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр хәрәкәттәре эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар. Башҡортостан башлығы уларҙың ҡайһы берҙәренә «Йәш шайморатовсы» почет билдәһен тапшырҙы. Балда ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙары Урал Иҙелбаев һәм Рим Хәсәнов көйҙәре аҫтында башҡорт вальсы, полонез һәм лендлер бейене.