Өфө 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы делегаттарын ҡаршылай


Тәүге ҡунаҡтар Ханты-манси автономиялы округы - Югранан. 15 кешенән торған делегацияны Мостай Кәрим исемендәге халыҡ-ара Өфө аэропортында ҡурай моңдары менән ҡаршыланылар. Делегаттарҙың күңелдәре көр, кәйефтәре күтәренке. Улар Бөтә донъя башҡорттарының 6-сы ҡоролтайына яңы тәҡдимдәр, идеялар менән килгән.