Бөгөн Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Республика Башлығы телмәрендә үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Район һәм ҡала етәкселәренә, парламент һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, министрлыҡ һәм ведомстволарға аныҡ бурыстар ҡуйылды. 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде. Республикала махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе булдырыла. “Беҙҙә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу төр ярҙам ҡаралған. Уларҙы артабан да арттырасаҡбыҙ”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ил һәм республика өсөн иң мөһим кешеләр”, - тине Радий Хәбиров. “ Хәрбиҙәребеҙ яуаплы мәлдә Ватан һағына баҫты, ил дә уларға ярҙам күрһәтәсәк”, - тине “Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугиры Рафиҡ Әхмәтшин. Ул әле републикаға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Бөгөн парламент ултырышында ҡатнашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Депутаттарға мөрәжәғәттә республика иғтисадын үҫтереү темаһына ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостанда 2030 йылға тиклем тулайым төбәк продукты 4 триллион һумға етергә тейеш. “Республикаға инвестиция һалыусыларҙы арттырыу мөһим”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Радий Хәбировтың мөрәжәғәтендә республиканың киләһе йылға үҫеш планы билдәләнде, аныҡ маҡсаттар ҡуйылды”, - ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары  Илшат Тажетдинов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Башлығының парламентҡа мөрәжәғәте 1 сәғәт самаһы дауам итте. “Алда ябай булмаған һынауҙар тора. Беҙ бергә бөтә ауырлыҡтарҙы еңәсәкбеҙ. Башҡортостан һәм бөйөк Рәсәй сәскә атһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙ беләбеҙ, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” - тип тамамланы телмәрен Радий Хәбиров.