Башҡортостан парламенты депутаттары Республика Башлығының мөрәжәғәтенән һуң ҡануниәт буйынса тәҡдимдәрҙе бер аҙнала әҙерләйәсәк. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, махсус хәрби операция мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь, хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, ҡала һәм райондарҙа инфраструктура проблемалары күтәрелде. Уларҙың күптәрен хәл итеү өсөн ҡануниәтте яңыртырға кәрәк. Депутаттар корпусының бурысы - ошо эште башҡарыу, республика халҡы мәнфәғәттәрен яҡлау, - тине Константин Толкачев.