Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың түләнмәгән кредиттары бөтөрөлә

Рәсәйҙә көсөнә  ингән законға  ярашлы, быйыл 1 декабрҙән Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәр һәм уларҙың ғаиләләре кредит буйынса 10 миллион һумға тиклем бурысты юҡҡа сығарыу хоҡуғына эйә. Төп шарт - бурысты ҡайтарыу тураһында суд актының 1 декабргә тиклем көсөнә ингән булыуы. - Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә комиссариатҡа барып килешеү төҙөргә кәрәк. Унан һуң урындағы суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, бурыслыға ҡарата эште туҡтатыу тураһында ғариза яҙырға була.