Башҡортостанда ашығыс ярҙам станцияһының модулле бүлектәре булдырыла

Улар киләһе йылда Өфө һәм Дүртөйлөлә төҙөлә. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Затондағы бүлексәлә 8 бригада урынлаша. Дүртөйлөлә  5 бригада була. - Бөгөн Дүртөйлөлә ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре 2005 йылда төҙөлгән бинала эшләй. Тейешле шарттар юҡ. Затондағы подстанция 9-сы ҡала дауаланаһында урынлашҡан. Был да эште тотҡарлай, тип хәбәр итәләр һаулыҡ һаҡлау ведомствоһынан.